1. Ученикам
  2. Новости
  3. День башкирского языка

День башкирского языка

Декабрь 13, 2024 Просмотров: 521
Башҡорт теле көнө менән ҡотлайбыҙ! 14 декабрҙә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.
Башҡорт теле көнө айҡанлы беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теле аҙналығы бара. Аҙналыҡ барышында юбиляр башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары Я.Хамматов, Ф.Туғыҙбаева, Р.Шаммас ижадтарына бағышланған дәрестәр үтте. Башланғыс класс уҡыусыларына башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр” фильмын ҡарау ойошторолдо. Укыусылар «Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ» флешмобында актив ҡатнашты.
#Ғаиләләбашҡортсауҡыйбыҙ24#Всемьечитаемнабашкирском24#Ғаиләйылы24#Годсемьи24#башҡорттелекөнө2024#деньбашкирскогоязыка2024